«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



21.02.2012 Өс һөйләм менән

17 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Төбәк башлығы 1-се ҡала дауаханаһының яңы сафҡа индерелгән өс ҡатлы хирургия корпусын ҡараны, дауахана табиптары менән осрашты. Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында «Өйәҙе-Тау» тау саңғыһы комплексы эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 13 февралендәге 41-се ҡарары менән республикала йәшәү минимумы билдәләнде. Уның буйынса ул йән башына 5407 һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 5781, пенсионерҙарға – 4410, балалар өсөн 5292 һумға тиң.

Бәләбәйҙә Башҡортостан вуздары Ректорҙар советының күсмә ултырышы үтте. Ул «Башҡортостан Республикаһында юғары белем биреү: традициялар, тәжрибә, инновациялар» темаһына арналды. Сарала М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин, Өфө дәүләт авиация техник университеты проректоры Николай Криони, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәтшин, Башҡорт физик культура институты директоры Павел Горулев ҡатнашты.

Белоретта ветерандарға торлаҡ сертификаттары тапшырылды. «Ветерандар тураһында»ғы Феде­раль законға ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған алты кешегә район хакимиәте башлығы Владислав Миронов торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыуға хоҡуҡты раҫлаған сертификаттар тапшырҙы. Көтөп алын­ған таныҡлыҡтарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Сәғит Зәйнетдинов һәм Аграфена Анисимова, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары Акулина Исаева, Сания ҡорманаева, Рәйсә Шамшурина һәм Сара Яҡшыбаева алды.

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин әйтеүенсә, республика фермерҙары уңыш кәрзиненә ҙур ғына өлөш индерә. Былтыр, мәҫәлән, улар 560 мең тоннанан ашыу иген үҫтереп алған. Бынан тыш, улар тарафынан 155 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 58 мең тонна көнбағыш етештерелгән.

«Айыҡ ауыл» Башҡортостан проекты Мәскәүҙә үткән алкоголь хәүефенән яҡлау буйынса конгрес­та ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп иткән. Форумға Рәсәй төбәктәренән һәм күрше илдәрҙән 400-ҙән ашыу делегат килгән. Башҡортостан вәкилдәренең республикабыҙҙа «Айыҡ ауыл» конкурсы ойошторолоуы һәм уға йөҙҙән ашыу ауылдың ҡушылыуы тураһында һөйләүе уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Бөгөн республика Хәрби дан музейында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Быуындар бәйләнеше» осрашыуы үтә. Сара үҫеп килеүсе быуында ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында ойошторола. Программала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының сығыштарын тыңлау, «Һуғыш һәм фән» документаль фильмын ҡарау, Федераль именлек хеҙмәте пограничник-полковнигы Зигфрид Әхмәтйәновҡа бағышланған күргәҙмәне асыу ҡаралған.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға