«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡала советына лайыҡлы депутаттар кәрәк



17.02.2012 Ҡала советына лайыҡлы депутаттар кәрәк

Республика етәксеһе Р. Хәмитов Өфө ҡала советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашыу уҙғар­ҙы.
Бында илдә барған үҙгәрештәр, үҫеш кимәле, һайлау кампанияһы барышы хаҡында фекерҙәр яңғыраны. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн, власть партияһы тарафына ла тәнҡит һүҙҙәре ишетелгән, кешеләр дәүләттә үҙгәрештәр көткән саҡта депутаттарҙың яуаплылығы ла арта. Кешеләр яңы юлдар, парктар, ял урындары төҙөлөүен, ихаталар, урамдарҙың таҙа булыуын талап итә, яҡшы хеҙмәт хаҡы тураһында һөйләп торорға ла кәрәкмәй.
Республика башлығы Өфөлә оҙаҡ ҡына ваҡыт эре сауҙа-күңел асыу комплекстарының булмауын да телгә алды. Республика етәкселеге ҡыҫылғас ҡына «Мега» асылды. Аквапаркта ял итеү өсөн дә халыҡ башҡа ҡалаларға барырға мәжбүр. ҡыҫҡаһы, беҙҙә төҙөйһө, камиллаштыраһы нәмәләр етерлек. Булған һәр проблеманы хәл итеү депутаттар иңенә лә төшә. Иң мөһиме – яңы һайланған депутат командаһы бер булып, ҡаланы динамикалы рәүештә үҫтерергә тигән талаптар ҡуйып, намыҫлы эшләргә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта урамдарҙа сығыш яһаусы оппозиция ла бар. Эш-ғәмәлдәре, башлыса, майҙандарҙа хәбәр һөйләүҙән үтмәгән осраҡлы кешеләр ҙә депутат булырға ынтыла. Рөстәм Хәмитов лайыҡлы һайланасаҡ депутаттар менән бер команда булып, ҡала мәнфәғәтенә эшләргә теләге булыуын еткерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға