17.02.2012 Ҡушылалар...
Яңыраҡ Рәсәй мәғариф һәм фән министры А. Фурсенко үҙгәртеп ҡороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы Башҡорт дәүләт университетына ҡушыласаҡ.
Документтар буйынса был педагогия вуздары БДУ-ның бүлектәренә, йәғни филиалдарына әйләнәсәк.
Академияларҙың университетҡа ҡушылыу сәбәптәрен Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры Илгиз ҡыҙырғолов былай аңлатты: “Вуз тамамлаусыларҙың 100 процентының 60-ы үҙ һөнәре буйынса эшләмәй, 40 процентының яртыһы мәктәптәрҙә төпләнмәй. Һөҙөмтәлә 20 проценты ғына ҡала. Беҙҙең республикала 3 педагогия вузы, 14 педагогия колледжы бар. Улар йыл һайын 7 мең белгес әҙерләп сығара. Бөгөн уҡытыусылар артыҡ, уларға ихтыяж юҡ. Шунлыҡтан педагогия уҡыу йорттарын ҡыҫҡарталар, бергә ҡушалар».
Ике педагогия академияһының юридик шәхес булыуҙан туҡтауы бер йыл эсендә башҡарылырға тейеш. Академияларҙың мөлкәте тулыһынса университетҡа беркетеләсәк.