«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бөтә көстәрҙе − ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға



14.02.2012 Бөтә көстәрҙе − ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға

Башҡортостан Хөкүмәтендә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов алып барҙы.
– Республикабыҙҙа балалыҡты яҡлауға, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға йүнәлтелгән бик күп программа эшләй һәм был маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн беҙгә көстәрҙе бергә тупларға кәрәк, – тине Салауат Сәғитов, сараны асып.
Ултырышта билдәләнеүенсә, исемле йылды үткәреү буйынса сараларҙа төрлө министрлыҡ, ведомство, ижади совет, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмаларының әүҙем ҡатнашлығы талап ителә.
Ведомство-ара эшмәкәрлек сиктәрендә ғаилә сәйәсәте өлкәһендә хоҡуҡтарҙы ҡулланыу тәжрибәһенә күҙәтеү үткәреү планлаштырыла. Ойоштороу комитеты ағзалары социаль сәйәсәт өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса бер нисә тәҡдим индерергә ниәтләй. Атап әйткәндә, улар күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам итеүгә ҡағыла.
Шулай уҡ ултырышта Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы эмблемаһына конкурс иғлан ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға