«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Район иҡтисадын үҫтереү буйынса үҙегеҙҙең дә тырышыуығыҙ кәрәк»



14.02.2012 «Район иҡтисадын үҫтереү буйынса үҙегеҙҙең дә тырышыуығыҙ кәрәк»

 «Район иҡтисадын үҫтереү буйынса үҙегеҙҙең дә тырышыуығыҙ кәрәк»
Үткән аҙнала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Балаҡатай районында булды. Эш сәфәре барышында ул Ямаш ауылында «Урал» ауыл хужалығы производство кооперативы эшмәкәрлеге менән танышты.
Кооператив булараҡ хужалыҡ 2009 йылдан эшләй. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек продукцияһы етештереү уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тора. Хужалыҡтың биш мең гектарға яҡын ере, 380 баш һыйыры һәм 49 аты бар. Хужалыҡ әлеге мәлдә ҙур ауырлыҡтар кисерә: үткән йылдарҙа йыйылған бурыс­тары өсөн унда банкротлыҡ процедураһы башланған.
ҡарлыхан ауылында Рөстәм Хәмитов «Карллес» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булып, ағас эшкәртеү производствоһын ҡараны. Ағас әҙерләү һәм уны эшкәртеү предприятиеһы 2007 йылдың октябренән эшләй. Бында таҡта, бурса һәм башҡа төҙөлөш материалдары әҙерләнә. Предприятие 2200 гектарҙан ашыу урманға хужа булып тора. Башҡортостан Президенты шулай уҡ урындағы шәхси эшҡыуар Виктор Дреминдың ағас күмере етештереү предприятиеһында ла булды. 1996 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе Виктор Дремин был эш менән 2010 йылдан шөғөлләнә башлай. Пред­приятиела айына 150 тонна күмер етештереү мөмкинлегенә эйә дүрт мейес эшләй.
Түбәнге Исҡуш ауылында Рөстәм Хәмитов Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативына барҙы. 2006 йылда булдырылған хужалыҡ уңышлы ғына эшләй. 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса продукция һатыуҙан алынған аҡса 27,4 миллион һум тәшкил иткән. Фермала йәмғеһе 1400 баш мал иҫәпләнә. Кооператив шулай уҡ «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр иҫәбендә. 2011 йыл­да предприятие яҡынса 5 миллион һумға туғыҙ берәмек яңы техника һәм ҡорамал һатып алған.
Район үҙәге Яңы Балаҡатайҙа Башҡортостан Президенты ауылдың 1990 йылда төҙөлгән үҙәк ҡаҙанлығын ҡараны.
Башҡортостан Президенты эш сәфәре һуңында Балаҡатай районы хакимиәтендә районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Аныҡ күрһәткестәргә таянып, был төбәктәге хәлгә анализ яһаны. Мәҫәлән, йыл башында урындағы бюджеттың үҙенең килеме менән тәьмин ителеү күрһәткесенең республика күрһәткесенән ике тапҡырға кәмерәк булыуын, ә йыл аҙағына 16 процентҡа төшөүен билдәләне. Ауыл хужалығындағы ауыр хәлде лә һыҙыҡ өҫтөнә алды. 20 йыл элек районда картуф үҫтереү өсөн – 300 гектар, ә йәшелсә-емеш өсөн 20 гектар ер бүленһә, былтыр улар биш һәм ике гектар ғына тәшкил иткән. Мал аҙығы әҙерләү буйынса ла район артта ҡала.
– Артабан да былай дауам итһә, перспектива юҡ, шуға күрә бөгөн мин райондың иҡтисадын үҫтереү буйынса аныҡ тәҡдимдәр көтәм, – тип, республика башлығы барыһын да етди һәм асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға