«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әрмелә тағы ла мәкерле пневмония



10.02.2012 Әрмелә тағы ла мәкерле пневмония

Красноярск крайының клиник дауаханаһында Ужура ҡалаһы эргәһендәге Солнечный ҡасабаһында урынлашҡан ракета часында хеҙмәт иткән һалдат үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп вафат булған. Хәле ҡыл өҫтөндә булғас, санитар авиация менән килтерелгән Иван Переметинды табиптар ҡотҡара алмай.
Пневмониянан вафат булған 18 йәшлек егет май айында ғына Кемерово өлкәһенән хәрби хеҙмәткә алына. Кочегарка иҙәнендә иҫен юғалтып ҡолаған сирле егетте хеҙмәттәштәре табып ала. Юғары температура арҡаһында ул аяғында баҫып та тора алмай. Тик шунда ғына уны клиник дауаханаға оҙатыу сараһын күрәләр. Хәрби часта вируслы пневмония эпидемия сифатын алған. Икенсе көнөнә шул уҡ диагноз менән Ивандың тағы 16 хеҙмәттәше дауаханаға оҙатыла. Барлыҡ сирлеләргә лә пневмония диагнозы ҡуйылған. Ике егет реанимацияла ята. Ауырыусылар араһында Иркутск, Томск өлкәләре, Башҡортостан егеттәре бар. Рәсми булмаған сығанаҡтар буйынса, часта 200-ләгән һалдат сирле. Хәрби ҡаласыҡ етәкселеге, дарыуҙар булмау сәбәпле, бер ниндәй ҙә сара күрмәгән.
Рәсәй ҡораллы Көстәрендә хәрбиҙәрҙең пневмониянан үлеү осраҡтары тәүгә түгел. Хәрби етәкселектең һалдаттарға ҡарата битарафлығы арҡаһында былтыр ҙа һыуыҡ тейҙереп үлеү осраҡтары теркәлде. Әсәләр балаларын ғорурлыҡ менән Ватан алдындағы бурысын үтәргә әрмегә оҙата. Ошо ваҡиғанан һуң үҙ хәрбиҙәрен дошман пуляһынан ғына түгел, сирҙән дә һаҡлай алмаған генералдарға ни әйтәһең дә, ниндәй күңел менән улыңды ҡораллы Көстәргә ебәрәһең инде?!
Әйткәндәй, Красноярскиҙағы элиталы ракета дивизияһында Башҡортостандан 33 егет хеҙмәт итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға