21.09.2010 Башҡортостан милицияһына – 30 машина
Башҡортостанда эске эштәр органдары барлыҡҡа килеүенең 91 йыллығы хөрмәтенә Өфөнөң Ленин майҙанында тантаналы парад үтте: унда БР буйынса Эске эштәр министрлығы подразделениелары үҙенең ҡеүәтен һәм дисциплинаһын күрһәтте.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов милиционерҙарҙы ҡотлап, эске эштәр органдарының уңышлы эшмәкәрлеге күп осраҡта уларҙың матди-техник тәьминәтенә бәйле, шунлыҡтан федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына һатып алынған 30 «Нива» автомашинаһы тапшырыла, тине.
Эске эштәр министрлығының фиҙакәр хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәре Рәсәй һәм Башҡортостан наградалары менән бүләкләнде