10.02.2012 Матурлығы юғалмаһын
Башҡортостанда «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты ойоштороласаҡ.
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат ҡотләхмәтов белдереүенсә, февралдә министрлыҡтың за-явкаһы ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-квартираһында ҡараласаҡ. Алдан күҙаллауҙар буйынса, мәсьәлә ыңғай хәл ителергә тейеш. Июндә сертификат алыу көтөлә. Рәсәй буйынса 46-сы объект – Уралдағы тәүге зона биосфера ҡурсаулығы ойошторолорға тейеш. Уның составына «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт заповеднигы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын солоҡ», «Ыҡ» тәбиғәт зоология заказниктары инәсәк.