«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һауа бысранмаһын өсөн



07.02.2012 Һауа бысранмаһын өсөн

Атмосфераға зарарлы ҡалдыҡтар сығарыусы заводтарға хәҙер күҙәтеү датчиктары ҡуйыласаҡ.
Был ҡорамал предприятиеларҙа тәүлек әйләнәһенә һауа бассейны торошон күҙәтергә мөмкинлек бирә.

БР Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығының дәүләт аналитика контроле идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы ҡормалдарҙы ҡуйыу сәнәғәт предприятиеларының үҙҙәре өсөн дә файҙалы буласаҡ. Экологияны күҙәтеүсе органдарға сәнәғәт объектының эшмәкәрлеге ус төбөндәгеләй күренеп торасаҡ. Әлеге проект тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡ ҡалаһында бойомға ашырыла башланы. ҡалалағы бөтөн заводтарҙа тиерлек контроль приборҙары урынлаштырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға