«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостандың потенциалы ҙур



21.09.2010 Башҡортостандың потенциалы ҙур

17 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты республиканың рәсми делегацияһы башында «Сочи – 2010» IХ халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнашты.
Башҡортостандың потенциалы ҙурФорум эшенең тәүге көнөндә Рөстәм Хәмитов Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы тарафынан ойошторолған эшлекле иртәнге аш ваҡытында «Бәләкәй бизнесҡа юл!» бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемаларын тикшереүҙә ҡатнашты. Дискуссияны «Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Герман Греф алып барҙы.
Сочи форумында Башҡортостан бер нисә ҙур инвестиция проектын күрһәтте.
Экспозицияны ҡарағанда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Башҡортостан стенды эргәһенә килде. Рөстәм Хәмитов Владимир Путинды «Электрон Хөкүмәт» һәм «Башҡортостан – Олимпиялы Сочиға» проекттары менән таныштырҙы. «Электрон Хөкүмәт» блогы республикала мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә арнала. «Башҡортостан – Олимпиялы Сочиға» блогы республиканың машиналар эшләү комплексының өр-яңы эшкәртмәләрен сағылдыра. Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт-коммуникация паркы» проекты тәҡдим ителде.
Рөстәм Хәмитов «Инвестиция климаты: маҡсаттар, өмөттәр һәм һөҙөмтәләр» пленар ултырышында ла ҡатнашты. Форум барышында Башҡортостан Президенты Рәсәй һәм халыҡ-ара сәнәғәт компаниялары һәм банк ойошмалары вәкилдәре менән бер нисә осрашыу һәм һөйләшеү үткәрҙе. Атап әйткәндә, «Gеnеral Еlесtriс Еnеrgу»ҙың башҡарма директоры Руслан Пахомов, Чехия экспорт банкыһы һәм «Межтопэнергобанк» төбәк-ара яғыулыҡ-энергетика банкыһы вәкилдәре менән осрашыуҙар булды.
Сочи форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте менән аҙ ҡатлы һәм коттедж төҙөлөшөн үҫтереү агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. «Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү» республика программаһының һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән документҡа республика Президенты Рөстәм Хәмитов һәм агентлыҡ башлығы Елена Николаева ҡул ҡуйҙы.
Сочиҙағы инвестиция форумында шулай уҡ Башҡортостан делегацияһының Красноярск делегацияһы менән һөйләшеүҙәре булды. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Республика Президенты Рөстәм Хәмитов һәм край губернаторы Лев Кузнецов Башҡортостан Республикаһы менән Красноярск крайы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
БР Президентының
матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға