«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



07.02.2012 Өс һөйләм менән

Республика башлығы Рөс­тәм Хәмитов Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһында 28 ғинуар­ҙа көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан 16 фатирлы йорт урынына ҡалҡып сығасаҡ өс ҡатлы йортто төҙөү барышы менән танышты. Төҙөүселәр һүҙҙәренсә, яңы торлаҡтың нигеҙен һалыу ошо аҙнаның аҙағына тамамланасаҡ, ә йорт үҙе 1 майға төҙөлөп бөтөп, 1 июнгә тиклем фатир хужалары унда аяҡ баҫасаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: төҙөлөш майҙансығына web-камералар ҡуйылып, унда барған хәл-ваҡиғалар «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында күренеп торасаҡ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбенең «Гитара плюс» инструменталь ансамбле ғинуарҙа Санкт-Петербург ҡалаһында «Гитара оҫталары» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Кол­лектив конкурстың беренсе һәм икенсе турында юғары профессиональ кимәлдә сығыш яһап, фестиваль лауреаттарының гала-концертында сығыш яһау хоҡуғына лайыҡ булды. Бынан тыш, Әҙилә Йомағужина менән Айрат Ниғмәтуллинға айырым номинацияларҙа дипломант исеме бирелде.

Былтыр республикала 5160 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа 724 кешенең ғүмере өҙөлгән, 6423 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Уртаса алғанда, республикала 100 юл-транспорт фажиғәһендә ун кешенең ғүмере өҙөлә.

Өфө ҡалаһында «Башҡор­тостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсының беренсе этабы тамамланды. Өс турҙан һуң 29 конкурсанттың 16-һы финалға сыҡты. Уларҙы алда тағы өс һынау төрө көтә, еңеүсенең исеме 17 февралдә билдәле буласаҡ.

Йыл башынан БР Тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары тарафынан ҡырағай хайуандарҙы 13 тапҡыр рөхсәтһеҙ атып алыу осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә браконьерҙар ҡулынан туғыҙ мышы, биш ҡоралай һәм һигеҙ ҡабан һәләк булған. Бынан тыш, юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә бер ҡабан автомобиль тәгәрмәсе аҫтына эләккән.

12 февралдә Рәсәйҙең 68 төбәгендә Бөтә Рәсәй саңғы ярыштары уҙа. Өфө ҡалаһында ун мең саңғысының ҡатнашыуы көтөлә. Стартҡа, саңғы спортын үҙ итеүселәр менән бер рәттән, профессиональ спортсылар ҙа, ветерандар ҙа, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре лә баҫасаҡ.

Башҡортостандың иң ҙур баҫмаларының береһен – «Рес­пуб­лика Башкортостан» гәзитен хәҙер өс айҙан артығыраҡ уның баш мөхәррире вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Эльза Хорева етәкләйәсәк. Яңы етәксе эшен дәүләт гәзитен рефор­малау­ҙан башламаҡсы. Етәксе үткән йыл йомғаҡтары буйынса подписканан килгән килемдең кәмеү, ә рекламанан килгән аҡсаның арта барыу тенденцияһын да билдәләне.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға