07.02.2012 Донъя яңылыҡтары
Капитан ғәйебен танымай
ҡаҙан ҡалаһында фажиғәгә тарыған «Болғар» теплоходы пассажирҙарына ярҙамға килмәгән «Дунайский − 66» буксир судноһы капитаны Александр Егоровҡа суд процесы башланды.
Шаһит сифатында «Арабелла» судноһы капитаны саҡырылған. Һыуға батыусыларҙы ҡотҡармауҙа А. Егоров үҙенең ғәйебен танымай. Ике йөк баржаһын һөйрәтеп алып барыуы сәбәпле, бәләгә тарыусылар янына техник яҡтан бара алмауын белдерә. Уға хөкөм ҡарары 10 февралдә сығарырға тейеш.
«Болғар» теплоходы Куйбышев һыу һаҡлағысында 2011 йылдың 10 июлендә батҡайны. Унда 122 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Финляндияла – яңы башлыҡ
Финляндияла үткән президент һайлауында илдең элекке финанс министры 63 йәшлек Саули Ниинисте еңеп сыҡҡан.
Ул 63 процент тауыш йыйған. Дәғүәсеһе Пекка Хаавистоға халыҡтың 37 проценты тауыш биргән. Саули Ниинисте биш йыл эсендәге беренсе консерватор етәксе буласаҡ. Ошоға тиклем ил менән Тарье Халонен идара иткәйне. Президент посында тороусы башҡарма власҡа эйә, Евросоюз илдәре менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, тышҡы сәйәсәтте формалаштырыуҙа ҡатнаша.
Фидель иҫтәлектәр яҙа
Халыҡ араһында күптән күренмәгән Кубаның элекке лидеры Фидель Кастро мемуарҙар китабын нәшер иткән.
«Заман партизаны» тип аталған ике томлы хәтирәләр китабында Азатлыҡ утрауы башлығының бала сағы, сәйәси эшмәкәрлеге һүрәтләнгән. Презентацияла Фидель Кастро: «Хәтерем барҙа үҙемдең үткәндәрем хаҡында яҙып ҡалдырырға кәрәк», − тигән. 85 йәшлек сәйәсмән белдереүенсә, һәр Куба кешеһенең бурысы һуңғы һулышынаса Куба, планета һәм дөйөм кешелек өсөн көрәш булырға тейеш. 2006 йылда Кастро ил менән етәкселекте ҡустыһы Раулға тапшырҙы.
ҡарттарҙы пенсияһыҙ ҡалдырғандар
Мәскәүҙә «Рәсәй почтаһы» бүлексәләренең береһенә битлек кейгән ике кеше инеп, пистолетҡа оҡшаған предмет менән хеҙмәткәрҙәргә янап һәм газ баллонынан һиптереп, 7,5 млн һум аҡсаны урлап ҡасҡан.
Полицияның эҙләү-оператив саралары ваҡытында енәйәттә почта бүлексәһендәге операторҙың ҡатнашлығы булыуы асыҡлана. Ул элек хөкөм ителгән танышына был көндө почтаға ҙур суммала аҡса киләсәге тураһында хәбәр итә. Полиция бер бурҙың эҙенә ул баш ҡаланан китергә йөрөгәндә төшә. Унда урланған аҡсаның яртыһы ғына булып сыға. Икенсе енәйәтсе әлегә табылмаған.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.