«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Нисек яңы эш асырға?



21.09.2010 Нисек яңы эш асырға?

23 сентябрҙә Өфө эшҡыуарҙары союзы «Нисек яңы эш асырға?» тигән темаға эшлекле осрашыу үткәрәсәк.
Сара программаһында «Шәхси эш асҡанда ниндәй ярҙамға өмөт итеп була?», «Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары яғынан ниндәй ярҙамға иҫәп тоторға?», «Нисек бизнес-план төҙөргә?», «Бухгалтер һәм һалым иҫәбен нисек төҙөргә?», «Нисек итеп әҙ сығымдар менән йоғонтоло персонал табырға?», «Бизнес-ярҙам», «Хеҙмәтте һаҡлау буйынса эште нисек ойошторорға?», «Бизнес хәүефһеҙлеген нисек һаҡларға?», «Банкынан кредит алыуға нисек ғариза яҙырға?», «Һалым инспекцияһы өсөн электрон отчетлылыҡты нисек ойошторорға?» тигән мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Сара Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллыҡ урамындағы 48/1 һанлы йортта (3-сө ҡат, конференц-зал) үткәрелә.
Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары союзы дирекцияһында 22 сентябрҙә сәғәт 15-кә тиклем алдан теркәлеү мотлаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға