«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡулың таҙа булмаһа...



21.09.2010 Ҡулың таҙа булмаһа...

Ҡулың таҙа булмаһа...Өфөнөң Октябрьский районының Нуғай ҡасабаһында көпә-көндөҙ бульдозер ярҙамында өр-яңы коттедж ер менән тигеҙләтелгән.
Баҡһаң, ул законһыҙ рәүештә төҙөлгән булған. Ер участкаһының элекке хужаһына ул атаһынан ҡалған. Мираҫҡа, йәғни ер участкаһына хоҡуғы үҙ көсөнә ингән көндө ҡатын­ға ҡаланың ер комитеты хеҙмәткәре шылтыратып, унан ер участкаһын кире тапшырыуҙы талап итә, суд менән янай. ҡатын бөтә ҡағыҙҙарға ла ҡул ҡуя, әммә тиҙҙән участканың һатылыуы һәм унда йорт төҙөй башлауҙары тураһында белеп ҡала. Алданған ҡатын милицияға мөрәжәғәт итә. Суд алыш-бирештең дөрөҫ булмауын раҫлай, һәм төҙөлөш эше туҡтатылыр­ға тейеш була. Тик яңы йорт хужаһы, суд ҡарарына ҡолаҡ һалмай, төҙөлөштө дауам итә. Һөҙөмтәлә суд приставтары, бульдозер яллап, коттеджды емертә. Был хеҙмәт 64 мең һумға төшә. Быны йорт төҙөтөүсенең үҙенән түләтәсәктәр.
Ә үҙ бурысына намыҫһыҙ ҡараған ҡала ер комитеты хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше асылған.

Р. ЙӘНСУРИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға