«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



31.01.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың бөгөнгө бойороғо менән төбәктә 1 – 29 февралдә «ҡаргиҙәр» айлығын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта уның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Айлыҡ барышын Башҡортостан Респуб­ликаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы контролдә тотасаҡ.

Баш­ҡортостан «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының алтын дипломына лайыҡ булды. 2011 йыл конкурсы һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең 67 предприятиеға лауреат һәм дипломант исеме бирелде. Конкурстың төбәк этабы — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика бәйгеһе 1 февралдә старт ала.

Өфөнөң Дим районында йыл һайын үткәрелеүсе «ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экологик акцияһы старт алды. Уның киләһе этабы 6 февралдә баш ҡаланың Орджони­кидзе районында башланасаҡ – унда райондың 30-лаған мәктәбе ҡатнашасаҡ. Сара Өфөнөң Киров, Совет һәм Калинин райондарында ла үтәсәк.

Республиканың Халыҡ мәш­ғүллеге үҙәгенә 367 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Мөрәжәғәттәрҙең 128 меңдән ашыуы эш эҙләү мәсьәләһенә бәйле. Эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең яртыһынан күберәге – ҡатындар; халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте иҫәпкә ҡуйғандарҙың 10 проценты – предприятие бөтөрөлөү йәки ойошма хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған кешеләр; эш эҙләүселәрҙең 75 процентынан ашыуы бығаса бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм уларҙың дүрттән бер өлөшө – уҡыуҙан һуң эшләргә теләүсе уҡыусылар.

10 һәм 11 февралдә Стәр­летамаҡ физик культура институтында «Сәләмәт тормош өсөн көрәш!» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үтәсәк. Уға Башҡортостан муниципалитеттарының спорт комитеттары рәйестәре, спорт мәктәптәре вәкилдәре, көрәш буйынса тренерҙар саҡырыла. Семинар-кәңәшмә программаһында оҫталыҡ кластары, «түңәрәк өҫтәл»дәр, мил­ли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар һәм матбуғат конференцияһы ҡаралған.

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға