«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



27.01.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Оборонпром» берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Реус менән осрашты. Осрашыуҙа корпорацияның республика территорияһында эшләгән предприятиеларын, атап әйткәндә, «Өфө мотор­ҙар эшләү производство берекмәһе» менән «Күмертау авиация производство предприятие­һы» асыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәттәрен үҫтереү динамикаһы һәм мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы, уларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау мәсьәләләре ҡаралды, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте. Машиналар эшләү тармағын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Президенты Указы менән Андрей Реус Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

БР Президенты Рөстәм Хә­митов «Спортивное вещание» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Василий Кикнадзе менән осрашыуҙа телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе менән республикала телетапшырыуҙарҙы цифрлы форматҡа күсереү һәм Башҡортостанда үтәсәк ҙур халыҡ-ара ярыштарҙы телевидение аша күрһәтеү мәсьәләләрен тикшер­ҙе. Өфөлә киләһе йылда йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Шулай уҡ Өфө Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә дәғүә итәсәк.

Студенттарҙың тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү үҙәге Башҡорт дәүләт университетының туристик клубы менән берлектә гид-юл күрһәтеүселәр (эске әүҙем туризм буйынса белгес-инструкторҙар) әҙерләүгә студенттар ҡабул итә башланы. Уларҙы тау, һыу туризмы буйынса категориялы маршруттарға әҙерләйәсәктәр, медицина ярҙамын тәьмин итеү («Профсервис» махсуслашҡан үҙәге базаһында), һыу, һыбайлы, йәйәүлеләр туризмы буйынса практик дәрестәр кеүек йүнәлештәр буйынса әҙерлек алып барыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8-962-540-51-84 телефоны йәки irekle@mail.ru электрон почтаһы аша алырға мөмкин.

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһы ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала торлаҡтары булмаған 4100-ҙән ашыу ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған һәм етем бала иҫәпләнә. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 2010 йылда бюджеттан 133 миллион һумдан ашыу аҡса бүленһә, былтыр был сумма 370 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Быйыл иһә финанслау күләме 400 миллион һум тәшкил итәсәк.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға