«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төбәктең иҡтисады финанс секторына ла бәйле



27.01.2012 Төбәктең иҡтисады финанс секторына ла бәйле

Рөстәм Хәмитов БР Милли банкыһында үткән кәңәшмәлә банкыларҙың төбәктең иҡтисади тормошонда әүҙемерәк ҡатнашыуын көтөүе тураһында белдерҙе: уныңса, тулайым төбәк продуктында финанс секторы өлөшө быйыл кәм тигәндә ике тапҡырға артырға тейеш.
Президент был бурыстың ауыр булыуын билдәләне һәм шул уҡ ваҡытта республиканың уны үтәй алыуына ышанысын белдерҙе.
– Әлеге ваҡытта республика көрсөк эҙемтәләре менән көрәшә һәм үҫеш буйынса ыңғай йылдамлыҡ күрһәтә. Тулайым төбәк продукты яҡынса – 9, сәнәғәт производствоһы күләме 9,5 процент­ҡа артты, ауыл хужалығында ла ярайһы уҡ алға китеш бар. Беҙгә макроиҡтисади күрһәткестәребеҙ өсөн оялырға түгел, – тине Рөстәм Хәмитов.
Банкылар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләренә килгәндә, Пре­зидент, былтыр күп нәмәгә өлгәшелде, тине. Шулай итеп, әйләнештәге аҡса күләме йыл эсендә биш процентҡа – 420 миллиард һумға тиклем артты. Банкыларҙың килеме яҡынса 11 миллиард һум тәшкил итте. Республикала банкылар һаны ла ярайһы уҡ артты: банк бүлексәләренең дөйөм һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә бишенсе урында тора. Банк кредиттарының дөйөм күләме 5 миллиард һумдан артҡан. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә был өлөш 25 процентҡа барып еткән.
Берлектәге эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренән Президент агросәнәғәт комплексын, бәләкәй һәм урта бизнесты, торлаҡ төҙөлөшөн кредитлау, шулай уҡ халыҡтың финанс өлкәһендә белемен арттырыу мәсьәләләрен билдәләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға