24.01.2012 Чиновниктарҙың «алйотлоғо»на тап булһағыҙ
Ил етәкселеге төрлө кимәлдәге власта ултырған чиновниктарҙың башбаштаҡлығына, яуапһыҙлығына һәм намыҫлығына ҡаршы көрәшеүҙең төрлө ысулдарын эҙләп ҡарай. Әммә илебеҙҙә барыбер сабатаһын түргә элеүселәр һаны бермә-бер арта. Инде Рәсәй Президенты Д. Медведев «Ҙур хөкүмәт» проектында ошондай чиновниктарға йоғонто яһауҙың тағы ла бер ысулын уйлап сығарып, «Россиябездураков.рф» интернет-порталын булдырырға ҡушҡан. Әлеге сайтта властағы «абзыйҙар»ҙың туҙға яҙмаған ҡарарҙары, күрһәтмәләре һәм башҡа нәмәләр сағылдырыласаҡ.
Был сайт менән теләгән бер кеше файҙалана ала. Уңайлы булһын өсөн төбәктәр һәм темалар буйынса классификациялау ҙа ҡаралған. Әйтәйек, «Транспорт һәм юлдар», «Торлаҡ һәм йәшәү мөхите» һ.б.
Интернет ресурсын булдырыусылар раҫлауынса, портал чиновниктарҙың йәки уларҙың эшмәкәрлегенең етешһеҙлегенән көлөү йәки зарланыу өсөн генә асылмаған, ул Рәсәй йәмғиәтенең етди проблемаларын хәл итеү ҡоралы булырға тейеш. Асыҡланған факттар һәм тәҡдим ителгәндәр нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙар юҡҡа сығарыласаҡ йәки төҙәтеләсәк, кәрәк икән, хатта тейешле һығымталар ҙа яһаласаҡ.
Сайт эшләй башлағандың тәүге өс көнөндә, 20 ғинуарҙан 23-нә тиклем, унда төрлө «алйотлоҡтар» тураһында 500-гә яҡын хәбәр килгән дә инде. Иң күп хәбәрҙәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, транспорт өлкәләренә ҡағылышлы.
Р. БАЙЫШЕВА.