«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » тура трансляцияла күҙәтеләсәк



20.01.2012 тура трансляцияла күҙәтеләсәк

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 4 мартта Рәсәй Президентын һайлау барышында участкаларҙа веб-камералар эшләйәсәк. Илдәге барлыҡ, йәғни 90 меңдән ашыу һайлау участкаһын ошондай аппарат менән тәьмин итеү хаҡында «тура бәйләнеш» ваҡытында РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин тәҡдим иткәйне.
Бөгөн камералар ҡу­йыу хәстәрләнә. Һәр участкаға бер­ҙән алып өсәүгә тиклем веб-камера ҡуйырға кәрәк. Был бурыс 15 февралгә тиклем атҡарылырға тейеш, ә система марттың тәүге көнөнән эш башлай. Трансля­ция урындағы территориаль һайлау комиссияһы сайтында барасаҡ.
Марттағы һайлауҙа Башҡортос­танда 3509 һайлау участкаһы эшләйәсәк, камера шуларҙың 3468-енә ҡуйыла, тағы ла 178-ен бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеү ҡорамалдары (КОИБ) менән йыһазландырыу күҙаллана. Яңы ҡорамалдарҙы «Башинформсвязь» белгестәре ҡуя. Һайлауҙар үткәс, веб-камералар уҡыу йорттарына, мәҙәниәт учреждениеларына биреләсәк.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары журналистар менән осрашып, улар алдында торған яуаплы бурыс тураһында аңлатмалар бирҙе.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға