20.01.2012 Өфө мэры – Ирек Ялалов
Ул был вазифаға баш ҡала советының 47-се ултырышында һайланды. Ултырышта ҡатнашҡан 29 депутаттың 28-е Ирек Ялалов өсөн тауыш биргән.
Ирек Ялаловтан тыш, ҡала башлығы вазифаһына тағы ла һигеҙ кандидат дәғүә итә ине, уларҙың береһе һынауҙың тәүге турына килмәгән, икенсеһе үҙ кандидатураһын Ирек Ялалов файҙаһына алған, өсөнсөһө, эксперт комиссияһының компетентлығына шик тотоп, ултырыштан сығып киткән. Һөҙөмтәлә өс кандидатура – Ирек Ялалов, Эдвард Мырҙин һәм Салауат Хөсәйенов тәүге һайлау турын уңышлы үтеп, 18 ғинуарҙа икенсе турға үткән. Унда 20 депутат Хөсәйеновҡа ҡаршы тауыш биргән, алты кеше тауыш биреүҙән тыйылған һәм өсәүһе тауыш бирмәгән. 27 тауыш Мырҙинға ҡаршы булған, ике депутат тауыш бирмәгән.
Тауыш биреү процедураһы тамамланғандан һуң баш ҡаланың яңы мэры Ирек Ялалов һәм ҡала советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин контрактҡа ҡул ҡуйған.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловты баш ҡала хакимиәте башлығы итеп һайлауҙы хуплаған. Уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң мэрын һайлау процедураһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барған һәм һуңғы ултырышта тауыш биреү процедураһына йоғонто яһау мәнфәғәтенән түгел, ә был процедураның нисек үтеүен үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн ҡатнашҡан.
– Ирек Ялаловҡа хәҙер ҡала советы депутаттарына һәм баш ҡала халҡына таянып эш итә белеүен күрһәтергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алып, яңы мэрҙың был вазифаға әҙерлекле килеүен, яҡшы тәжрибә туплауын белдергән. Сөнки Ирек Ялалов ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, унан бер йыл буйы республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры булып эшләгән һәм үҙ вазифаларын яҡшы башҡарған.
Яңы етәксенең эш программаһы
Яңы мэр ҡала советы депутаттарын үҙенең яҡын киләсәккә эш программаһы менән таныштырҙы: баш ҡаланы үҫтереүҙең генераль планына төҙәтмәләр индереүҙе дауам итеү, торлаҡ төҙөлөшөн юлға һалыу һәм төҙөлөш алып барылған майҙандарҙа инженер коммуникацияларын әҙерләү, халыҡҡа торлаҡты льготалы шарттарҙа биреүҙең яңы формаларын үҙләштереү, ипотека буйынса бирелгән фатирҙарҙың квадрат метрының хаҡын арзанайтыу, инвесторҙар менән эшләү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт инфраструктураһы һәм экология өлкәләрендә етди үҙгәрештәр индереү, ҡаланың йөҙөн үҙгәртеү өсөн ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү, урамдарҙың инфраструктураһын яҡшыртыу, транспорт хәрәкәтен оптималләштереү һәм башҡалар.
Балалар баҡсаларын төҙөүҙе арттырыу, мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, шул уҡ ваҡытта йәш быуынды рухи-әхлаҡи тәрбиәләү аспекттарын камиллаштырыу, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү зонаһын арттырыу кеүек социаль мәсьәләләргә лә уның программаһында ҙур урын бирелгән.
Ирек Ялалов шулай уҡ баш ҡалала инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырыу, ер мәсьәләләрен юлға һалыу, Өфөнөң имиджын булдырыуға ла ҙур урын биргән.
Бер ҡалаҡ дегет…
Мэр һайлау – республика тормошондағы етди сәйәси ваҡиға һәм ул үҙенә төрлө кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итә. ҡала советы депутаттарының Өфөнөң яңы башлығын һайлау буйынса ултырышы шыма ғына үтмәй: ҡала советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин мэрлыҡҡа кандидаттарҙың береһенә – Эдвард Мырҙинға һүҙ биргәс, трибуна артына көтмәгәндә, үҙен ҡаланың почетлы гражданы тип таныттырып, таныш булмаған ир менеп баҫа һәм һайлауҙар процедураһын туҡтатыуҙы, уға һүҙ биреүҙәрен талап итә башлай. Ирек Ниғмәтуллиндың унан ултырыш регламентын һаҡлауҙы талап итеүен ҡолағына ла элмәй.
ҡала хакимиәте вәкилдәре һәм ҡала депутаттары, шул иҫәптән ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына кандидат Эдвард Мырҙин уның трибунанан төшөүен үтенә. Тик... ҡағыҙға яҙылған сығышын уҡып бөтһә лә, ир трибунанан төшөүҙән баш тарта. ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, уны залдан сығарып ебәрергә мәжбүр булалар.
ҡала советы ултырышын туҡтатырға теләгән кеше былтыр йәмәғәт алдында экстремистик сығышы өсөн хөкөм ителгән «Ревинформ» сайты мөхәррире Роберт Заһриев булып сыҡҡан.