20.01.2012 Шартлауға һалдат ғәйепле
Запастағы рядовой Сергей Деняев шартлау хәүефе булған объектта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнә.
Тәфтишселәр билдәләүенсә, Иглин районының Урман ҡасабаһындағы 99-сы хәрби арсеналда былтыр май айында булған шартлауға ул сәбәпсе. Боеприпастар бушатҡанда һалдат гильзаны төшөрөп ебәрә һәм ул бәрелеү һөҙөмтәһендә шартлай, ут хәрби арсеналға тарала. Деняев хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланыу менән тыуған яғы Мордовияға ҡайтып киткән. Ғәйепләнеүсегә өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Иглин районының Урман ҡасабаһындағы янғын һөҙөмтәһендә 800 йорт емерелде, бер нисә көн барған шартлау урынынан 2,5 мең кешене эвакуацияларға тура килде. Удмуртстандағы хәрби арсеналда ла янғын сығыуын иҫәпкә алып, РФ Президенты Дмитрий Медведев Урмандағы хәлде ентекләп тикшерергә күрһәтмә биргәйне.