«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



20.01.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда 2012 йылға республика адреслы инвестиция программаһы ҡабул ителде. Социаль комплексты үҫтереү дәүләт капитал һалыуҙарының өҫтөнлөклө йүнәлеше буласаҡ. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын үҫтереүгә һәм яңыртыуға адреслы инвестиция программаһында һалын­ған средстволарҙың күләме 4,5 млрд һум, йәғни республика программаһының дөйөм күләменең 52 процентын тәшкил итә.

Республикала һалым хеҙмәт­кәр­ҙәренең халыҡ менән мәғлүмәти осрашыуҙары серияһы старт алды. Семинарҙарҙа белгестәр ҡануниәттәге быйыл көсөнә ингән үҙгәрештәр, шулай уҡ һалым түләүселәргә бюджет алдындағы бурыстарын үтәүҙе мөмкин тиклем еңелләштерергә һәм тиҙләтергә мөмкинлек биргән һалым хеҙмәтенең яңы электрон сервистары тураһында һөйләй. Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, ғинуарҙа бындай семинарҙар Бөрөлә – 18-ендә, Мәләүездә – 24-ендә, Федоровка районында 26-һында үтәсәк.

25 ғинуарҙа Өфөлә, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазинында (Октябрь проспекты, 2), сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем билдәле яҙыусы, рус телендә сыҡҡан «Золото Алдана», «Скитники» романдары авторы, Рәсәй Федера­цияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәйәхәтсе Камил Йыһан­шин менән осрашыу үткәрелә. Унда 2011 йылда яҙыусы тап ошо әҫәре өсөн Вячеслав Шишков исемендәге абруйлы бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булған «Золото Алдана» китабының презентацияһы үткәреләсәк, йәнә автор әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы, слайдтар ярҙамында сәйәхәттәре тураһында һөйләйәсәк. Сарала яҙыусынан автографтар алыр­ға мөмкин буласаҡ.

2011 йылда 20 меңгә яҡын кеше «Ирәмәл» тәбиғәт паркында булған. Иң күп туристар Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан тауға күтәрелгән. Үткән йылдың июль – август айҙарында тауға менергә теләүсе туристар һаны ял көндәрендә – 300, ә ҡайһы саҡта хатта 400 кешегә барып етһә, Яңы йыл байрамдарында ун көн эсендә Ирәмәлгә, дөйөм алғанда, 150 турист күтәрелгән.

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығына һәм Милек менән идара итеү комитетына былтыр 138 ҡуртымсы үҙҙәре ҡуртымға алған объекттарҙы һатып алыу буйынса мөрәжәғәт иткән. Үткән йыл эсендә һатып алыу хоҡуғынан файҙаланыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итеүсе эшҡыуарлыҡтың бәләкәй һәм урта субъекттары менән ҡуртымға алынған мөлкәтте һатып алыу һәм һатыу буйынса 386,2 миллион һум суммаға 119 килешеү төҙөлгән. Килешеүҙәр буйынса һатылған мөлкәттең дөйөм майҙаны 25747 квадрат метр тәшкил иткән.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға