«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » һайлау-2012



20.01.2012 һайлау-2012

Халыҡ штабы төҙөлдө

Башҡортостанда Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы булдырылды. Уның составына Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары, сәйәси фирҡәләр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде.
Исемлектә «Яңы системалар» йәмғиәтенең башҡарыусы директоры, политолог Альберт Мифтахов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллин, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының баш табибы Олег Ғәлимов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Геннадий Родионов, «Башҡортостан рустары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе Тимофей Азаров, Сибай дәүләт филармонияһы директоры Вәкил Йосопов һ.б. бар.
Шулай итеп, республикала Владимир Путиндың һайлау алды кампанияһы башлана. Штабтың төп маҡсаты – кандидаттың программаһын аңлатыу, идеяларын пропагандалау. Штаб ағзалары Башҡортостан ҡала-райондары буйлап йөрөйәсәк, халыҡ менән осрашасаҡ.
Әйткәндәй, халыҡ штабы Өфөлә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы лидерының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә – Достоевский урамындағы 73-сө йортта урынлашҡан.

Төбәк башлыҡтарын һайлау тергеҙеләсәк

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев яңыраҡ РФ Дәүләт Думаһына ошо туралағы закон проектын ебәрҙе. «РФ субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы Федераль законға тейешле үҙгәрештәр индереләсәк. Документта төбәктең юғары вазифалы шәхесе Рәсәй граждандары тарафынан йәшерен тауыш биреү юлы менән һайланыуы тураһында һүҙ бара. Аңлайышлы телдә әйткәндә, субъекттар башлыҡтары тәғәйенләнмәйәсәк, ә һайланасаҡ.
Кандидаттар сәйәси фирҡәләр тарафынан тәҡдим ителергә, йә үҙ-үҙҙәрен күрһәтергә мөмкин. Шуныһы ла бар: партиялар Президент менән кәңәшләшкәндән һуң ғына үҙ кандидаттарын күрһәтә ала. Әгәр ҙә партияларҙы һайлаусыларҙан ҡултамға йыйыу­ҙан азат итеү тураһында федераль закон ҡабул ителһә, төбәк башлығы вазифаһына улар тарафынан күрһәтелгән кеше өсөн дә ҡултамға йыйырға кәрәкмәйәсәк. Был эште бары тик үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүселәрҙең генә башҡарыуы мөмкин.
Губернатор биш йылдан да артыҡ булмаған ваҡытҡа һайлана. Шулай уҡ һайлау үтмәгән йә ғәмәлдә түгел тип табылһа, ҡабаттан үткәрелә. Һайланған етәксе вазифаһын үтәй башлағансы, Президент ваҡытлыса башлыҡ вазифаһын башҡарыусыны тәғәйенләп тора. Закон проектында шул да ҡаралған: әгәр субъект етәксеһе Президенттың ышанысын юғалта икән, уны ил башлығы отставкаға ебәрәсәк. Шул уҡ ваҡытта һайланған етәксене эштән ебәреү тураһында халыҡ та тәҡдим итә ала.
Документҡа ярашлы, әлеге губернаторҙар үҙ мөҙҙәте бөткәнсе вазифаларында ҡаласаҡ.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға