«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Путин Башҡортостан менән ҡәнәғәт



17.01.2012 Путин Башҡортостан менән ҡәнәғәт

РФ Хөкүмәте Рәйесе В. Путин менән БР Президенты Р. Хәмитовтың осрашыуында республиканың үткән йылғы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары тикшерелде.
Дөйөм алғанда, төбәктең сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш комплексы өлкәләрендә күрһәткестәре яҡшы ғына. Р. Хәмитов билдәләүенсә, төбәк продукты буйынса республика 110 процентҡа сығасаҡ – был уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғарыраҡ.
Путинға сәнәғәт етештереүе индексының 109,7 процент тәшкил итеүе оҡшаны. Р. Хәмитов Башҡортостан предприятиеларының 80 проценттан ашыуырағының килемле эшләүен һәм һалымдарҙың төп өлөшө уларҙан килеүен, нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм химия производстволарының, ауыл хужалығы өлкәһенең тотороҡло эшен билдәләне, төҙөлөш комплексы уңыштарына айырым туҡталды. Инвестиция эшмәкәрлеге, тышҡы сауҙа әйләнеше, төбәктә хеҙмәт хаҡының 12 процентҡа артыуы, балалар баҡсалары төҙөү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау, спортты үҫтереү мәсьәләләре лә ҡаралды.
Һөйләшеү аҙағында төбәк башлығы республика власының халыҡҡа ҡарата йөҙ менән боролоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бурыслы булып йөрөмә!

Дәүләт автоинспекцияһы кисә республикабыҙҙа «Штраф» операцияһын башланы. Был сара административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса хөкөм язаһын башҡарыу эшен көсәйтмәксе.
Автоинспекторҙар суд приставтары менән берлектә бурыслыларға хоҡуҡ боҙғаны өсөн дәүләт ҡаҙнаһына аҡса түләргә тейешлеге хаҡында иҫкәртеү яһаясаҡ. Закон буйынса, штраф ҡарар сыҡ­ҡандан алып 30 көн эсендә түләнергә тейеш. Ваҡытында түләмәгән өсөн күләмен арттырыу һәм түләмәүсе гражданды 15 тәүлеккә административ аресҡа алыу ҡарал­ған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда 16 мең водитель штраф түләмәгән, уларҙың 1600-ө аресҡа дусар ителгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға