«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡайһыһы урланған икән?



17.01.2012 Ҡайһыһы урланған икән?

Ҡайһыһы урланған икән?
Өфө урамында полиция тарафынан автомобиль игеҙәктәр тотолған. Уларҙың икеһе лә беҙҙең республикаға Ырымбур өркәһенән килгән булған.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү өсөн «Хонда» автомобилен туҡтата. Документтар бик шикле күренгәс, ентекле тикшереү өсөн улар сит ил ил машинаһын Киров районы эске эштәр бүлегенә алып барырға ҡарар итә. Ни ғиллә, юлда китеп барғанда шул уҡ дәүләт номерлы тағы бер машина осрай. Асыҡланыуынса, ике автомобиль дә Ырымбур өлкәһендә теркәлгән, хужалары уны урындағы баҙарҙа һатып алған. Документтарҙа бер үк хужа – Орск кешеһе күрһәтелгән. «Тимер ат»тарҙың хатта агрегаттарының номерҙарына тиклем тура килә. Әлеге водителдәр генераль ышаныс ҡағыҙы буйынса йөрөгән. Бөгөн автомобилдәргә экспертиза үткәрелә. Уларҙың берәүһенең урланған булыуы ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға