«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Марсҡа түгел, Тымыҡ океанға...



17.01.2012 Марсҡа түгел, Тымыҡ океанға...

«Фобос-Грунт» планета-ара станцияһы һыуға ҡолап төштө
һуңғы ваҡытта Рәсәйҙән осоролған йыһан аппараттары йыш ҡына аварияға осрап, киренән үҙебеҙҙең ил биләмәһенә ҡолап төшә башланы.
2011 йылдың ноябрендә беҙҙән 13 мең 505 килограмм ауырлыҡтағы «Фобос-Грунт» планета-ара станцияһы осоролғайны. Ул дистанцион тикшереүсе аппараттар менән бергә Марс орбитаһына барып етергә тейеш ине. Аппарат Марстан тупраҡ алып, беҙҙең планетаға ҡабат әйләнеп ҡайтыр тип өмөтләнделәр. Әммә станция Марсҡа барып етеү өсөн тейешле траекторияға сыға алмаған. Проблема уның бер двигателенең эшләмәүендә, тип аңлаталар.
«Фобос-Грунт»тың ҡалдыҡтары Тымыҡ океанға төшкән, тип хәбәр итә рәсми сығанаҡтар.
Теоретик иҫәпләүҙәр, схемалар ярҙамында ниндәйҙер һығымталар яһалһа ла, дөп-дөрөҫ һығымтаны берәү ҙә яһай алмаясаҡ. Аварияның төп сәбәбен асыҡлау – мөмкин булмаған хәл. Сөнки дәлил булырлыҡ бөтә нәмә лә атмосферала янып бөткән тиерлек. Башҡа ҡалдыҡтар океанда батҡан. Хәҙер Рәсәй белгестәре, беҙҙең карапты ниндәй­ҙер илдең аппараттары бәреп төшөргән, тип тә уйларға мәжбүр. Әммә быға ла дәлил юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға