«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тау саңғыһының киләсәге бар!



17.01.2012 Тау саңғыһының киләсәге бар!

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Нуриман районына сәфәре барышында социаль инфраструктура объекттарында булып, урындағы предприятиеларҙың, фермерҙарҙың эшмәкәрлеге менән танышты.
Был районда Президент спортсылар, спорт һөйәрмәндәре һәм ветерандары араһында тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса Башҡортостан Кубогы ярыштарын асыу тантанаһында ҡатнашты.
Тау саңғыһы буйынса еңеүселәрҙе – ете, сноуборд буйынса ике – 20 – 39, 40 йәштән башлап һәм өлкәнерәк йәш төркөмдәре араһында билдәләйәсәктәр. Ярыштарҙың ҡалған этаптары «ҡандракүл» (Туй­мазы), «Өйәҙетау» (Октябрьский), «Аҡ йорт» (Өфө), «Морат» (Бело­рет), «Олимпик-парк» (Өфө) тау саңғыһы комплекстарында уҙғарыласаҡ.
Президент, Стәрлетамаҡ һәм Белорет саңғы үҙәктәренең элекке данын кире ҡайтарасаҡбыҙ, тип, әле уларҙа тау биттәрендә яһалма ҡар япмаһы булдырыласағы хаҡында белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға