«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Беҙҙең бурыс – урманды һаҡлау ғына түгел, уны үҫтереү ҙә»



18.09.2010 «Беҙҙең бурыс – урманды һаҡлау ғына түгел, уны үҫтереү ҙә»

«Беҙҙең бурыс – урманды һаҡлау ғына түгел, уны үҫтереү ҙә»Урмансыларҙың көнитмеше хаҡында әңгәмәнең ваҡыты, әлбиттә, тап бөгөн – иртәгә бит Урман хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы! Баймаҡ урмансылығының урманды һаҡлау буйынса инженеры Мирза Зөбәйер улы Ишбулатов, ваҡыты тар булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең бер нисә һорауға яуап бирергә форсат тапты.

– Мирза Зөбәйерович, һуңғы йылдарҙа урман хужалығы кисергән үҙгәрештәр эшегеҙҙә нисегерәк сағылыш тапты? Ғөмүмән, хәҙерге урмансылыҡ, беҙҙең осраҡта Баймаҡтыҡы, бөгөн ниндәй мәсьәләләрҙе атҡара, уның структураһы ниндәй?
– Баймаҡ урмансылығының дәүләт идаралығы Темәс, Икенсе Этҡол, Юлыҡ, Ишбирҙе, Сибай, Баймаҡ участка лесничестволарын берләштерә. Һәр участкаға бер урмансы, ике мастер беркетелгән. Элек 150 кеше штатта тороп башҡарған эш күләмен – диләнкәләр бүлеү, ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан, янғындарҙан һаҡлау буйынса эштәрҙе – барлығы утыҙ кеше башҡара. Урмансыларҙың штат берәмеге ҡыҫҡартылыуы, әлбиттә, ныҡ ҡына бәкәлгә һуҡты. Был, әлбиттә, урман хужалығы файҙаһына булманы, һәм беҙ был өлкәлә дәүләт реформалары икенсе төрлө юл алып, хәлдәр яҡшыға үҙгәрер тип өмөтләнәбеҙ.
Йөкмәтелгән бурыстар тураһында асыҡлабыраҡ һөйләһәң, улар урманды тергеҙеү, тулыландырыу буйынса эштәр башҡарыуҙан, урманды ҡулланыу буйынса сараларҙан, уны һаҡлауҙан, дәүләт контроленән ғибәрәт. Был тармаҡтарҙың һәр береһе буйынса көндәлек эштәр даими рәүештә башҡарыла бара.
Ентекләберәк туҡталып китһәк, йыл дауамында беҙҙең урмансылыҡ хеҙмәт­кәрҙәре тарафынан 305 га майҙанда ағас үҫентеләре ултыртылды, 155 га майҙанға өҫтәмә ағас ултыртыу эштәре башҡарылды. Был эштәрҙә урманды ҡуртымға алыусы­ларҙың да өлөшө бар – улар бөтәһе 90 га майҙанда эш башҡарҙы. Даими урман питомниктарында 2,1 га ылыҫлы ағас үҫентеләре үҫтерелә.
– Республикала, урманды оҙайлы ваҡытҡа яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәргә ҡуртымға биреп, урындағы халыҡ үҙ ихтыяжы өсөн ағасҡа диләнкә лә ала алмай йөрөгән осраҡтар бар, тиҙәр. Баймаҡ районында был юҫыҡта хәлдәр нисек?
– Беҙҙең участкаларҙа ундай осраҡтар юҡ, ә күрше Әбйәлилдә, мәҫәлән, эштәр ысынлап та шулайыраҡ.
Быйыл тәүге алты ай дауамында урындағы халыҡ ихтыяжы өсөн – 92000 кубометр, шул иҫәптән 10000 кубометр ҡарағай ағасы бүленде. Ошо ваҡыт арауығында аукцион ойошторолоп, утынға һәм һатыуға эшлекле ағас сығарылды.
– Быйылғы ҡоролоҡтан ниндәй зыян күрҙегеҙ?
– ҡоро, эҫе һәм ямғырһыҙ йәй, шулай уҡ кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында беҙҙең урман­дарҙа ҙур янғындар булып, зыян күрелде. МЧС, ауыл хакимиәттәре, урман идаралығы һәм урман хужалығы дәүләт унитар предприятиеларының көстәрен берләштереп янғындар һүндерелде, әммә матди зыян булды.
Зыянға килгәндә, янғындан бигерәк законһыҙ ағас әҙерләүселәр хәүефлерәк. Шулай, урманға дәүләт контроле бүлексәһе инспекторҙары ошондай енәйәт осраҡтарын асыҡланы, күрелгән зыян 5 млн 365 мең һум тәшкил итә. Бөтә факттар буйынса эштәр Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенә тапшырылды.
– Мирза Зөбәйерович, әңгәмәбеҙ аҙағында, үҙегеҙҙең һөнәри байрамығыҙ уңайы менән ҡотлауыбыҙҙы ҡабул итегеҙ.
– Рәхмәт. Мин дә коллегаларымды, тормоштарын ур­ман сәнәғәте менән бәйләгән кешеләрҙең барыһын да байрам менән ҡотлайым.

И. ҡАНСУРИН.
Баймаҡ ҡалаһы.
АВТОР фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға