«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында яңы етәксе



13.01.2012 Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында яңы етәксе

Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында  яңы етәксе
Рәсәй Президентының 2011 йылдың 17 декабрендәге Указы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡор­тостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы итеп Валерий Шәйхетдин улы Хиса­метдинов тәғәйенләнде.
Валерий Хисаметдинов 1960 йылдың 1 майында Стәрлета­маҡта тыуған. 1977 йылда – ҡаҙан Суворов хәрби училищеһын, 1981 йылда Ново­сибирск юғары хәрби-сәйәси училищеһын тамамлай. 1981−1999 йылдарҙа Байкал аръяғы һәм Волга буйы хәрби округтарында хеҙмәт итә. 1995 йылда ҡораллы Көстәр Гуманитар академияһын алтын ми­ҙал­ға тамамлай. 2005 йылдан Эске ғәскәрҙәр полковнигы идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләгән, 2010 йылдың октябренән – беренсе урынбаҫар, 2011 йылдың апреленән идаралыҡ директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға