«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бензин хаҡы тағы «күперә»?!



13.01.2012 Бензин хаҡы тағы «күперә»?!

Былтыр йыл башынан алып ноябргәсә илдә бензин хаҡы уртаса 15,3 процентҡа артҡан. Унан алдағы хаҡтарҙы, йәғни 2010 йылдың шул осороноҡон (йыл буйына 5,6 процентҡа күтәрелгән) сағыштырғанда, үткән йылда хаҡтар етеҙ үҫкән. Был нимәне аңлата? Тимәк, быйыл хаҡтар тағы ла йылдамыраҡ үҫәсәк тигәндеме?
Быға бер нисә фактор булышлыҡ итәсәк. Беренсенән, барлыҡ АЗС хужаларына һәм нефть эшкәртеү заводтарына ла мотлаҡ рәүештә яуап­лылыҡты страховкаларға тура килә, йәғни беренсе ғинуарҙан һәләкәт һөҙөмтәһендә зарар килтереү мөмкинлеге булған хәүефле объекттар хужаларына гражданлыҡ яуап­лылығын мотлаҡ страховкалау тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде. Эксперттар әйтеүенсә, был бензиндың үҙҡиммәтендә сағыласаҡ. Яғыулыҡҡа акциздарҙың яңы тәртибе барлыҡҡа килеүе көн кеүек асыҡ. Июлгә тиклем акциз уртаса 1,2 һумғаса күтәреләсәк. Ә һуңынан тағы ла арта. Белгестәр фаразына ҡолаҡ һалһаң, йыл аҙағына дизель яғыулығының литры теп-теүәл бер евро торасаҡ, имеш.
Европала иһә Рәсәйҙә бензиндың иң арзан булыуын таныйҙар. Иң ҡиммәте – Норвегияла. Сентябрҙә АИ – 95-тең литры беҙҙеңсәгә күсергәндә 76 һум булған. Грецияла был күрһәткес – 73,5 һум. Голландияла ошонан әҙ генә түбән. Аи–95 бензинының иң арзаны яҡын илдәрҙән ҡаҙағстанда – 27 һум 90 тин һәм алыҫтағы Кувейтта – 7 һум 50 тин.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға