«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Техник тикшереү өсөн хаҡтар билдәләнде



13.01.2012 Техник тикшереү өсөн хаҡтар билдәләнде

Техник тикшереү  өсөн хаҡтар билдәләнде
Быйылдан транспорт сараларын техник тикшереүҙе (техосмотр) ЮХХДИ-ла (был функция 2014 йылға тиклем Дәүләт автоинспекцияһында ҡаласаҡ), шулай уҡ шәхси станцияларҙа үтергә мөмкин. Һуңғыларының эшмәкәрлеген Рәсәй автостраховкалаусылар союзы контролдә тота.
«Транспорт сараларының техник торошон тикшереү тураһында һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, Республика Хөкүмәте ҡарар ҡабул итеп, Башҡортос­танда транспорт сараларының техник торошон тикшереүгә түләүҙең иң юғары күләмдә билдәләнде.
Раҫланған хаҡтарға ярашлы, 1 ғинуарҙан Башҡортостанда еңел автомобилдең техник торошон тикшереү өсөн иң күбендә – 450 һум, 3,5 тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы йөк машинаһы өсөн – 480 һум, һигеҙҙән артыҡ урыны булған биш тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы пассажирҙар автобусы өсөн 810 һум түләргә кәрәк буласаҡ.
Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға