«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Геннадий Онищенко Украина менән сикте япмаҡсы



10.01.2012 Геннадий Онищенко Украина менән сикте япмаҡсы

Тиҙҙән Украинанан илебеҙгә ауыл хужалығы продукцияһын индереүҙе ты­йыу­ҙары ихтимал.
Был Рәсәйгә холера эпидемияһы килеп инеү хәүефе менән бәйле. Баҡтиһәң, күрше дәүләттә үткән реформаларҙан һуң, халыҡтың нимә менән туҡланыуын мал табиптары тикшерәсәк икән. Унда туҡланыуҙы тикшереү бурысын ветеринар хеҙмәткә тапшырғандар. «Был Украина граждандарын малға тиңләү менән бер», − тип дәғүә белдерҙе Рәсәйҙең Баш санитар табибы Онищенко.
Былтыр Украинаның Дон өлкәһендә холера эпидемияһы тарала. Әммә ул саҡта ике илдең дә санитар властарының һәйбәт эш­ләүе һөҙөмтәһендә эш сикте ябыуға тиклем барып етмәне. Ә быйыл, Киевтағы бындай реформаларҙан һуң шундай иң киҫкен сараға ла барыуыбыҙ ихтимал, тип хәбәр итә Геннадий Онищенко. Хәҙер ут күршеләребеҙҙең продукцияһы бик ҡаты тикшереү үтәсәк һәм сифаттың саҡ ҡына түбәнәйеүе лә Украинаның бәләкәй һәм урта бизнесы өсөн бик насар эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға