10.01.2012 Президентҡа ташлама яһалырға тейеш түгел
Берлинда Германия Президенты Кристиан Вульфҡа ҡаршы митинг үтте. Хөкүмәт башлығын льготалы кредит алыуҙа ғәйепләйҙәр.
Акцияла ҡатнашыусылар уның отставкаға китеүен талап итә. Демонстранттар урамға ботинкалар тотоп сыҡҡан. Был ғәрәп донъяһында ихтирам итмәүҙе аңлата. Немецтарҙың ғәрәп йолаһын үҙләштереүе ҡыҙыҡ.
Кристиан Вульфтың йорт алыу өсөн 500 мең евро кредит алғанда ташламалар менән файҙаланыуы халыҡты майҙанға сығырға мәжбүр иткән.
Митингыла ҡатнашыусылар һаны 300 кешегә еткән. Протест сараһы «Президентҡа ботинка күрһәтәбеҙ!» лозунгыһы менән үтә. «Беҙ аяҡ кейемен уға ырғытмайбыҙ, күрһәтәбеҙ генә», – ти акцияны ойоштороусы Юрген Йенен.
Президент үҙе матбуғат сараларына баҫым яһап та маташа икән, йәнәһе, улар кредит тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш түгел. Дөрөҫ, һуңынан ул «Bild» баҫмаһының баш мөхәрриренән ғәфү үтенгән.
Оппозиция талабы үтәлмәйенсә тынысланырға уйламай, ахыры. Шуныһы ҡыҙыҡ: Президент тиклем Президенттың мутлығын белеп ҡалып, урамға сығыуҙарын әйт әле. Сағыштырырға урын бармы, йәмәғәт? Бар шул. Беҙҙең илдә бының булыуы ла мөмкин түгел. Президенттарыбыҙ намыҫлымы, әллә халыҡ күндәмме инде?..
Әйткәндәй, көс структуралары митингыны таратҡан ваҡытта йәрәхәтләнеүселәр ҙә булған.