«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



10.01.2012 Донъя яңылыҡтары

Хәрбиҙәр һәләк булды

Чечен Республикаһының Веден районында 10 − 15 кешенән торған боевиктар төркөмө барлығы асыҡланғайны.
Шунлыҡтан эске ғәскәрҙәрҙең хәрби хеҙмәткәрҙәре бандиттар­ҙы ҡулға алыу маҡсатында махсус операция ойошторҙо.
Операция барышында боевиктар хәрбиҙәргә ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеп, тауҙарға ҡасҡан. Әлегә уларҙы өсәүһенең үлтерелеүе билдәле. Хәрби хеҙмәткәр­ҙәр араһында ла ҡорбандар бар − ике һалдат үлтерелгән, 16 хәрби дауаханаға эләккән. Дауахана­лағы ике һалдат бик ауыр хәлдә, тип билдәләнә.

Сусҡа тағуны

Краснодар өлкәһенең Тима­шевск ҡасабаһындағы бер агросәнәғәт комплексындағы сусҡаларҙы Африка тағуны ҡырған.
Унда бер юлы йөҙҙән ашыу сусҡа һәләк булған.
Хәҙер комплекстағы 300 меңдән ашыу сусҡаны үлтерергә ҡарар иткәндәр. Юҡһа сирҙең бөтә донъяға таралыуы ихтимал.
Мырҡылдаҡтарҙы ҡырыусы Африка тағуны тәүге тапҡыр 1903 йылда теркәлгән. Был сирҙе дауалап та, вакцина менән профилактикалап та булмай, уның таралыуын карантин ярҙамында ғына туҡтатырға мөмкин.

ҡорам аманатҡа алынған

Мысырҙың көньяғында 385 туристы аманатҡа алғандар – туристар тулы ҡорамды баҫып алып, өс сәғәт самаһы бер кемде лә сығармағандар.
Йәнәһе, Мысыр боевиктары был сараны протест белдереү өсөн ойошторған. Аманатҡа алынған туристар араһында Рәсәй кешеләре булғанмы-юҡмы икәнлеге билдәһеҙ.
Бер нисә көн элек Мысырҙың көньяғында дамбаны шартлатыу арҡаһында әллә күпме йорт һыу аҫтында ҡалған, күперҙәр емерелгән. Хәҙер урындағы халыҡ төрлө саралар ярҙамында шартлатыуҙарға ҡаршы булыуын белдерергә тырыша.

Иранға яу килерме?

Иран властарының Ормуз боғаҙын яптырыуы ҙур эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Беренсенән, был Фарсы ҡултығы аша нефть һәм газ үткәреүҙе тотҡарлай. Әлеге хәлгә ҡарата иң әүҙем ризаһыҙлыҡ белдереүсе АҡШ былай ҙа Иран менән һәр төрлө сауҙаға санкция индергән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Иран, әгәр Евросоюз илдәре нефть һатырға ҡаршылыҡ ҡуйһа, Ормуз боғаҙын ябасағын белдергәйне. Был боғаҙ Фарсы, Оман ҡултыҡтарын тоташтырып, улар аша диңгеҙгә донъяның 40 процентҡа яҡын «ҡара алтын»ы үтә икән.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға