18.09.2010 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында – яңы етәксе
Аҙнағолов Венир Ғәлимйән улының башҡа эшкә күсеүе сәбәпле, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесенең 15 сентябрҙәге 44-се һанлы бойороғо менән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Секретариаты етәксеһе итеп Еникеев Зөфәр Ирғәле улы тәғәйенләнде.
Зөфәр Еникеев 1951 йылдың 4 мартында Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған. Свердловск юридик институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1968 йылда «Ирәндек» совхозында эшсе булып башлай. 1976 – 85 йылдарҙа прокуратура органдарында, Сибай ҡала советы башҡарма комитетында эшләй. 1988 йылда аспирантура тамамлағас, БДУ-ның юридик факультетында уҡыта.
Башҡортостан Республикаһы XII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты, I, II, III, IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Депутат эшмәкәрлеге осоронда Юғары Совет комиссияһына һәм БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай комитеттарына етәкселек итә. 1996 йылдан 2000 йылға тиклем – Европаның Урындағы һәм төбәк властары конгресында Рәсәй Федерацияһы вәкиле. 2008 йылдан бөгөнгә тиклем БР дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе булды.
БР-ҙың атҡаҙанған юрисы. Юридик фәндәр докторы, профессор, 200-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм монография авторы.