06.01.2012 Еңеүселәр билдәләнде
БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай йортонда һайлау кампанияларын яҡтыртыу буйынса республика конкурсында еңгән журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, бер һайлау барышы ла журналистар ҡатнашлығынан тыш үтмәй, йәғни һәр кампания киң мәғлүмәт сараларында киң яҡтыртыла. Әлбиттә, Үҙәк һайлау комиссияһы менән ваҡытлы матбуғат араһында һалынған күпер дуҫлыҡҡа һәм үҙ-ара аңлашыуға нигеҙләнгән.
Тантанала ҡатнашҡан элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов алда буласаҡ һайлауҙарҙа ла Башҡортостан журналистары эшен сифатлы итеп күрһәтер тигән өмөттә.
Иғлан ителгән конкурсҡа район һәм ҡалаларҙан 46 баҫма үҙ материалдарын тәҡдим иткән.
Еңеүселәр араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте, «Россия» (Россия − 1) телеканалының «Вести-Башкортостан» программаһы, Хәйбулла районының Аҡъяр телерадиостудияһы, «Юлдаш» радиоһы менән «Спутник 107 ҒМ» каналының яңылыҡтар хеҙмәте, «Башинформ» агентлығы бар. «Кызыл таң» (1-се урын) менән «Башҡортостан» (2-се урын) гәзиттәре республика баҫмалары араһында алдынғы булып сыҡты.
Благовещен ҡалаһының «Панорама» редакция-нәшриәт комплексы ҡала-райондар араһында беренсе урынды яуланы. «Зианчуринские зори» һәм «Баймакский вестник» гәзиттәре редакциялары ла ошо номинацияла призлы урындарҙа.
«Иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы материал өсөн» махсус номинацияһында «Кызыл таң» гәзитенең сәйәсәт, иҡтисад һәм милләт-ара проблемалар бүлеге мөдире Илдар Фазлетдинов менән «Вечерняя Уфа» гәзитенең бүлек мөдире Ирина Карпенко билдәләнде.
А. ЗИННУРОВА.