«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



06.01.2012 Өс һөйләм менән

2011 йыл йомғаҡтары буйынса, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте 232 китап сығар­ған. Уларҙы һатыу буйынса йыл эсендә Өфө һәм республика буйынса 110 күсмә күргәҙмә-йәрминкә ойошторолған. Быйыл «Улар Еңеү менән ҡайтты» электрон китаптар серияһын, шулай уҡ «Баш­ҡортостандың ете мөғжизәһе» ғилми-популяр баҫмаһының интернет-версияһын сығарыу планлаштырыла.

БР буйынса Эске эштәр ми­нистрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Комсомол урамында урынлашҡан уйын клубын япҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре 50 уйын автоматын тартып алған. Әле оперативниктар законһыҙ уйын бизнесын ойоштороусыларҙы асыҡлай.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Яңы йыл каникулында урмандарҙа рейд үткәрәсәк. Күп йәнлектәргә һунар 31 декабрҙә тамамланды. Һунар махсус биләмәләрҙә ата ҡабан сусҡаһына, төлкө, ҡуян, ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә генә рөхсәт ителә.

2012 йылдың 1 ғинуарынан федераль закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, мәғариф учреждениелары, балалар баҡсалары, мәктәптәр финанслау буйынса бюджет, автоном һәм ҡаҙна предприятиеларына бүленәсәк. Бөгөнгө көндә 5 мең бюджет учреждениеһы бар.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары йыл башынан артмаясаҡ. Хаҡтарҙың артыуы 1 июлдән генә көтөлә. Йәйгеһен йылылыҡҡа һәм электр энергияһына, һыуға түләүҙәр – 6 процентҡа, 1 сентябр­ҙән тағы ла 6 процентҡа артасаҡ.

Быйыл Башҡортостанда 52 балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Шуларҙың 7-һен Өфөлә төҙөү планлаштырылған. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында 7,5 мең балаға урын булдырыласаҡ.

Баҡалы һөт эшкәртеү заводы тәүлегенә 30 тонна һөт продукцияһы сығара. Киләсәктә уның ҡеүәте 40 тоннаға етергә тейеш. Сыр етештереүҙән тыш, предприятие 15 төр продукция етештерәсәк.

Өфөгә Иван Якутов исемендәге парктың балалар тимер юлы өсөн яңы тепловоз ҡайтарылды. Тар колеялы локомотив 10 миллион һум тора. Ярты быуаттан ашыу хеҙмәт иткән иҫке тепловоз Һамарҙағы тимер юл музейында үҙ урынын аласаҡ.
З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға