18.09.2010 «Тармаҡты үҙебеҙҙең ресурстар иҫәбенә үҫтерергә кәрәк»
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин 13 сентябрҙә Түбәнге Новгородта нефть химияһын үҫтереү мәсьәләһенә арнап үткәрелгән кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Илдең нефть химияһы тармағы перспективаларын тикшереү менән бер рәттән, кәңәшмәлә «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында этилен поставкалау арҡаһында барлыҡҡа килгән бәхәс хаҡында ла һүҙ барҙы. Хөкүмәт Рәйесе Владимир Путин «Салауатнефтеоргсинтез» йәмғиәтенән «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә сеймал ташыуҙы яңыртырға ҡарар итте. Киләһе ике айҙа поставкаларҙың ваҡытлыса формула буйынса тормошҡа ашырыласағы хаҡында килешеүгә өлгәшелде. Ошо ваҡыт үтеүгә предприятиелар оҙайлы контракт тураһында һөйләшеп килешергә тейеш. «Салауатнефтеоргсинтез» һәм «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә бәйле сетерекле хәлгә килгәндә, Рөстәм Хәмитов, һөҙөмтәлә тәү сиратта күп һанлы хеҙмәт коллективы зыян күрә, тип билдәләне. «Каустик»тың бер нисә мең эшсеһе бәхәстән төп зыян күреүсегә әүерелде. Әле улар мәжбүри отпускыға ебәрелгән. Кешеләрҙең урамда ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай», – тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов бәхәс яҡтарының Энергетика министрлығының һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең ошо проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәрен мотлаҡ үтәргә тейешлеген билдәләне.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты шулай уҡ газ һәм нефть химияһы тармағын углеводород сеймалы менән тәьмин итеү мәсьәләһенең өҫтөнлөк бирелеүсе яҡтары тураһында һөйләне. Рөстәм Хәмитов, Волга буйы нефть химияһы комплексын экспорт йәлеп итмәйенсә, үҙебеҙҙең ресурстар иҫәбенә үҫтерергә кәрәк, тип билдәләне. «Сит илдәрҙең һәм үҙебеҙҙең тәжрибәнән күренеүенсә, импортты алмаштырыу һәм ил эсендә тармаҡтың һуңғы продукттарына ихтыяжды арттырыу иң ышаныслы үҫеш сығанағы булып тора», – тине ул. Башҡортостан Президенты, Волга буйында эске баҙарҙы тәьмин итеүгә йүнәлеш алып, нефть химияһы тармағын үҫтереү вариантын иғтибарлыраҡ ҡарарға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бының өсөн тәүшарттар бар: сеймал етмәүе арҡаһында туҡтап ҡалған ҡеүәттәр, төбәктең тулы көсөнә эшкә ҡушылмаған продукттар үткәреү системаһы, белем биреү, ғилми һәм кадрҙар потенциалы. Шулай уҡ, Волга буйы федераль округындағы газ һәм нефть химияһы тармағының эшен әүҙемләштереү өсөн Көнбайыш Себерҙән Волга буйына сеймал еткерелгән продукттар үткәргесен ҡайтанан тергеҙергә кәрәк, тине.
Кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы – дәүләт контроле һәм уның көйләүсе роле көсәйтелергә тейешле тармаҡтар ул, тип билдәләне. Башҡортостан Президенты фекеренсә, дәүләт власы органдары нефть химияһы предприятиеларын үҫтереүҙең оҙайлы пландары өҫтөндә эшләүҙә әүҙемерәк ҡатнашырға тейеш.