«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



27.12.2011 Донъя яңылыҡтары

Шөкөр, иҫән-һауҙар!
Көньяҡ Кореяның «Араон» боҙват­ҡысы Антарктидала бәләгә осраған Рәсәй судноһына барып еткән.
Үткән аҙнала «Спарта» судноһында ремонт эштәре барҙы. Хәҙер ул үҙе лә йөҙә башларға һәләтле булырға тейеш.
Суднолағы 32 моряк та үҙен яҡшы тоя, тип хәбәр итәләр. Кисә иртән «Спарта»ла ремонт эштәре тулыһынса тамамланырға тейеш ине. Әммә уның үҙен генә диңгеҙгә сығарып ебәрергә ҡурҡалар һәм артабан нисек хәрәкәт итергә икәнлеген белгестәр генә билдәләйәсәк.

Кемдә байрам...

Төрлө илдәр халҡы бер-береһен Раштыуа байрамы менән ҡотлағанда, ошо көндө билдәләгәндә төрлө хәлдәр ҙә, фажиғәләр ҙә теркәлде.
Косово Республикаһының Премьер-министры Хашим Тачи Ватиканды һәм донъяның бөтә католиктарын Пасха байрамы менән ҡотлаған. Мосолман иле етәкселәренең береһенең матбуғат хеҙмәте Раштыуа менән Пасханы бутауы арҡаһында шундай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл килеп сыҡҡан.
Ә инде Нигерияның төрлө ҡалаларында Раштыуа йәкшәмбеһендә теракттар ойошторолған. Католик сиркәүе янында яңғыраған шартлау­ҙа 27 кеше үлгән. Нигериялағы христиан сиркәүҙәрендәге теракттар арҡаһында кәмендә 40 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, тигән мәғлүмәт бар.

Ил ауыҙын ҡаплап булмай

Йемен халҡы, ҡаты итеп тыйыу­ҙарға, туҡтатыуҙарға ҡарамай, демонстрацияларға сығыуын дауам итә.
Әле тағы ла урындағы халыҡ илдең баш ҡалаһы урамдарында үҙ хоҡуғын даулай. Халыҡты таратырға маташҡан хөкүмәт ғәскәрҙәре, ут асып, 13 кешене атып үлтергән, тағы ла бик күп кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Йемен халҡы ғинуарҙан бирле ығы-зығы менән йәшәй. Тәүҙә улар илдәрен 30 йыл буйы етәкләгән Али Абдулла Сәлихтең отставкаға китеүен талап итте. Хәҙер инде хөкүмәткә ҡаршы демонстра­циялар­ҙа үлтерелеүселәрҙең туғандары алдында, суд ҡаршыһында яуап биреүҙәрен талап итеп, ғәйеплеләрҙе эҙләп урамдарға сығалар.

Йыһанға түгел, ҡыйыҡҡа эләккән

Үткән аҙнала «Меридиан» юлдашын осорғайнылар.
Әммә был осош уңышһыҙ тамамланды һәм спутник Новосибирск өлкәһенә, кешеләр йәшәгән ергә килеп төшкән. Йыһан аппараты двигателе сафтан сығыуы арҡаһында бәләгә осра­ған тип фа­раз­лай­ҙар.
Әле полицияла аппараттың бер нисә фрагменты һаҡлана. Урындағы халыҡ был ғәҙәттән тыш хәл тураһында белә һәм эҙләүселәргә ярҙам итә, баҡсаларын тикшерә.
ҡалдыҡтар кешеләр йәшәгән йорттар өҫтөнә лә төшкән, йортоноң ҡыйығы емерелеү факттары булһа ла, зыян күргән кешеләр теркәлмәгән.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға