«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 4 меңдән ашыу кеше дәүләт ярҙамы аласаҡ



27.12.2011 4 меңдән ашыу кеше дәүләт ярҙамы аласаҡ

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың 4247 гражданы торлаҡ программалары буйынса алдағы көндәрҙә 2866 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы аласаҡ.
– Бөтә программалар буйынса ла ҡарағанда, дәүләт торлаҡ алыуға сиратта торған граждандарының 11 проценты алдында үҙ йөкләмәһен үтәне. Әле республика буйынса 70 меңдән ашыу кеше, шулай уҡ торлаҡ программалары буйынса яҡынса 45 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыу­ға мохтаж, – тип билдәләне дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва.
Дәүләт яғынан иғтибар иң тәүҙә дәүләт ярҙамы менән торлаҡ һатып ала алған һәм дәүләт ярҙамы менән дә һатып ала алмаған халыҡ категорияһына булырға тейеш. Халыҡтың тәүге категорияһы өсөн федераль кимәлдә лә, төбәк кимәлендә лә төрлө субсидияларға сертификат, икенсе категория өсөн социаль найм буйынса торлаҡ тәҡдим ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға