«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәштәргә өмөт ҙур



20.12.2011 Йәштәргә өмөт ҙур

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙа өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышы үтте.
– Йәштәр йәмәғәт палатаһының бөгөн билдәле бер эш практикаһы булдырылды. Бында эшмәкәрлек иткән егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ бурыстарын яҡшы аңлай, – тине йәштәр алдында сығыш яһағанда Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Ысынлап та, Йәштәр палатаһы ағзаларына бөтә йәштәр проблемаларын, республикала төрлө өлкәгә ҡараған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Яңынан-яңы инициативалар күрһәтеп, ҡолас йәйеп эшләргә генә ҡала.
Әйткәндәй, Йәштәр палатаһы эшмәкәрлегенә ошо көндәрҙә дүрт йыл тулды. Ул Рәсәй йәштәр парламентаризмының «тәүге ҡарлуғас»тарының береһенә әүерелде һәм, әлбиттә, һалынған яуаплылыҡты намыҫ менән аҡлай.
Әлеге ултырышта үткән саҡырылыштарҙа әүҙем эшләүселәр билдәләнде һәм яңы ағзаларға таныҡлыҡтар тапшырылғандан һуң палата рәйесе, урынбаҫарҙары, комиссиялар һайланды. Өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһын Николай Самойленко етәкләйәсәк. Яңы рәйес үҙе билдәләүенсә, урынбаҫарҙары итеп был вазифала үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән әүҙем йәштәрҙе – Искәндәр Юлдашев, Тимур Ғилмийәров, Константин Канунниковты һайлауҙарына шат. Сираттағы саҡырылышта ла, элеккеләрендәгесә, һигеҙ комиссия эшләйәсәк.
Йәштәрҙе Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысова менән үткән ике саҡырылышта Йәштәр йәмәғәт палатаһын етәкләүсе, хәҙер БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин да тәбрикләп, уңыштар теләне. Ғөмүмән, алда торған бурыстар һәм ниәттәр етерлек, йәштәргә ҙур өмөт бағлана.
А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға