«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Урман ҡупшыҡайҙары – һатыуҙа



20.12.2011 Урман ҡупшыҡайҙары – һатыуҙа

Урман ҡупшыҡайҙары – һатыуҙа
Баш ҡала халҡы Яңы йыл байрамдарында шыршыһыҙ ҡалмаясаҡ. БР Урман хужалығы министрлығына ҡараған бер нисә дәүләт унитар предприятиеһы Өфөгә һатыу өсөн урман ҡупшыҡайҙарын алып киләсәк.
«Нуриман урманы», «Иглин урманы», «ҡалтасы урманы», «Стәрлетамаҡ урманы» предприятиелары һәм «Урман янғын үҙәге» 1500-ҙән ашыу ағас алып киләсәк. Теләгән һәр кемгә яңы йыл атрибутын бик ҡиммәт булмаған хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Аҡ шыршы 170 – 200 һум булһа, ҡарағай 120 – 170 һум торасаҡ, шыршылыр 100 – 150 һумға һатыласаҡ. Уҙған аҙнала шыршы йәрминкәләре эшләй башланы ла инде. Бөгөн «Мәләүез урманы», «Йылайыр урманы», «Стәр­летамаҡ урманы», «Белорет урманы» предприятиелары 500 мең һумға яҡын суммала шыршы һатҡан. Урман хужалыҡтарынан ағас һатыуҙан алынған килем 13 млн һум тәшкил итәсәк.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға