«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡала хакимиәтендә үҙгәрештәр



17.12.2011 Ҡала хакимиәтендә үҙгәрештәр

14 декабрҙә Өфө ҡала советы ултырышы үтте. Унда Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыуы сәбәпле, уның вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Совет ултырышында БР Хө­күмәте Премьер-министры Азамат Илем­бәтов ҡатнашты.
ҡала советы депутаттары конкурс һөҙөмтәләре буйынса яңы башлыҡ тәғәйенләнгәнгә тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы ваҡытлыса Ирек Ялаловҡа йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Әлегә тиклем Ирек Ялалов БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минис­тры булып эшләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға