17.12.2011 Округта – яңы вәкил
Рәсәй Президенты Указы менән Михаил Бабич Волга буйы федераль округында Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Дмитрий Медведев үҙенең Указы менән Григорий Рапотаны, икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, был вазифанан бушатты.
Михаил Викторович Бабич 1969 йылдың 28 майында тыуған. Мәскәү иҡтисад, менеджмент һәм хоҡуҡ институтының юридик факультетын, Дәүләт идара итеү академияһын, ҡораллы Көстәр Генераль штабы Хәрби академияһының квалификацияны күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү факультетын тамамлаған. СССР Дәүләт именлеге хеҙмәтендә һәм Һауа-десант ғәскәрҙәрендә етәксе вазифаларҙа хеҙмәт итә.
2002 йылдың ноябренән 2003 йылдың февраленә тиклем Чечен Республикаһы Хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡара.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы.