«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙәкелер Татарстанға йышланы



18.09.2010 Беҙҙәкелер Татарстанға йышланы

22 – 23 сентябрҙә өфөләр ҡаҙанда үтәсәк "Бергә – балалар хаҡына" Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумында балаларҙы яҡлау өлкәһендәге социаль программаларын тәҡдим итәсәк.
Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы, Халыҡты социаль яҡлау идаралығы, Һаулыҡ һаҡлау идаралығы вәкилдәре башҡа төбәктәрҙән килгән коллегаларына ауыр тормош хәлендә ҡалған, имен булмаған ғаиләләр менән эшләү, социаль етемлекте иҫкәртеү һәм етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Күргәҙмә экспозицияһында Рәсәй Федерацияһының 63 субъектынан 256 иң яҡшы проект һәм 113 программа урын аласаҡ.
Форумға РФ Федераль Йыйылышы вәкилдәре, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, РФ субъекттарының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре, төбәктәрҙең һәм муниципалитеттарҙың социаль яҡлау органдары етәкселәре, Рәсәйҙең һәм Европаның балалыҡты яҡлау өлкәһендәге әйҙәүсе эксперттары һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға