10.12.2011 «Европаға Башҡортостандан күп нәмәгә өйрәнергә була»
2011 йылдың 4 декабрендә Рәсәйҙә үткән парламент һайлауҙарын ярты миллионға яҡын Рәсәй һәм халыҡ-ара күҙәтеүсеһе күҙәтте.
Башҡортостан Республикаһы һайлаусылар һаны буйынса Рәсәйҙең иң ҙур төбәктәренең береһе, ә һайлау участкаларының иҫәбе буйынса, ғөмүмән, ул беренсе урында килә. Республиканың һайлау участкаларында ла ете меңгә яҡын күҙәтеүсе эшләне, шул иҫәптән 15 халыҡ-ара күҙәтеүсе. Улар барыһы ла республика халҡының изге күңеллелеген билдәләне һәм һайлау барышы менән ҡәнәғәт ҡалыуҙарын белдерҙе.
Күҙәтеүселәрҙә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Финляндияның антифашистар комитеты рәйесе Йохан Бекман әйтеүенсә, бындай яңылыҡ тотош Европа өсөн ҡыҙыҡлы.
«Граждандар контроле» советы ағзаһы Станислав Карпов фекеренсә, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының эше теүәл һәм бик дөрөҫ ойошторолған. «Етди тәртип боҙоуҙар, иҫкәрмәләр булманы. Мәскәүгә һәм Хельсинкиға күтәренке кәйеф менән сығабыҙ», – ти ул.
ҡаҙағстан ҡунағы, БДБ-нан күҙәтеүселәр миссияһы күҙәтеүсеһе Ж. Макашев республика һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары госпиталенең һайлау участкаһында һайлау барышын күҙәтте. ҡаҙағстан вәкиленә һайлау участкаһын ойоштороу ғына түгел, ә ветерандарға ҡарата йылы һәм ихтирамлы мөнәсәбәт тә оҡшаған. «Бындай һайлауҙарҙы әле бер ерҙә лә күргәнем юҡ», – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты ул.
– ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күҙәтеүселәребеҙ менән дуҫлашып та өлгөрҙөк, – тине, һайлауҙарға йомғаҡ яһап, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. – Мәҫәлән, Джозеф Ллойд Уоралл менән Довиль Стокевикуиттэ хәҙер йәнә Башҡортостанға Президент һайлауҙарында күҙәтеүсе сифатында ҡатнашыу өсөн килергә хыяллана. Йохан Бекман Мәскәүҙә Башҡортостанда үткән һайлауҙар тураһында интервью бирергә лә өлгөргән. Үҙенең интервьюһында ул һайлауҙарҙың демократик шарттарҙа үтеүен һәм закон нормаларының теүәл үтәлеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
С. АМАНТАЕВА әҙерләне.