«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ур-ра! Эш хаҡы артасаҡ!



10.12.2011 Ур-ра! Эш хаҡы артасаҡ!

Ур-ра! Эш хаҡы артасаҡ!
2012 йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы 15 процентҡа артасаҡ. БР финанс министры Рузалиә Хисмәтуллина онлайн-кәңәшмәлә әйтеүенсә, был маҡсатҡа 2012 йылға республика бюджетына аҡса етерлек күләмдә һалын­ған. Ул шулай уҡ был сараларҙың Башҡортостан Президенты тарафынан ҡуйылған 2014 йылға республикала эш хаҡын 1,5 тапҡырға арттырыу тураһындағы бурысты үтәү сиктәрендә башҡарылыуын билдәләп үтте.
Рәсәй буйынса быйыл бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ике тапҡыр арттырылған. Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме тәүге тапҡыр 1 июндән 4611 һумға тиклем арттырылһа, Башҡортостанда ул 1 ғинуарҙан уҡ 5500 һумға тиклем күтәрелде. Икенсе тапҡыр бюджет хеҙмәткәр­ҙәренең эш хаҡы 1 октябрҙә 6,5 процентҡа артты. Бынан тыш, 1 сентябрҙән уҡытыу­сылар эш хаҡын 30 процентҡа күберәк ала башланы. Башҡортостан Президенты Указы менән 1 октябрҙән мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә түләүҙәр ике тапҡырға артты. Был маҡсатҡа йыл аҙағына тиклем барлығы 150 млн һум аҡса бүленгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға