«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртеү зарур



10.12.2011 Мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртеү зарур

9 декабрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында (Мари Иле Республикаһы) Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында» мәсьәләһе буйынса Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.
Ултырыш ил башлығының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота рәйеслегендә үтте. Унда шулай уҡ Совет ағзалары – төбәк губернаторҙары, баш федераль инспекторҙар, федераль һәм төбәк министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмә башында Григорий Рапота социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре менән таныштырҙы, уларға ярашлы, һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 49,9 проценты урамда үҙҙәрен тулыһынса яҡланған тип һанамай, 40 проценттан ашыуы хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен кире баһалай. Тулы хоҡуҡлы вәкил һүҙҙәренсә, был хәлде үҙгәртергә кәрәк һәм бының өсөн, тәү сиратта, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртеү зарур.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға