10.12.2011 Раштыуа кистәре көтә
8 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының орган залында «Раштыуа кистәре» халыҡ-ара фестивале башланды.
Байрам концерттарын Мәскәү дәүләт академия филармонияһы солисы, талантлы йәш пианист Сергей Арцибашев асты.
22 ғинуарға тиклем дауам итәсәк фестивалдә ҡуйыласаҡ 10 концертта рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле, БР дәүләт академия хор капеллаһы, Мәскәүҙән «Canto vivo», БР Милли симфоник оркес-тры, Франциянан Реми Жюссельм һәм башҡалар ҡатнаша.