«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республикабыҙ менән Алтай крайы араһында хеҙмәттәшлек киңәйә



10.12.2011 Республикабыҙ менән Алтай крайы араһында хеҙмәттәшлек киңәйә

Алтай өлкәһенең эшлекле даирәләре делегацияһы Өфөлә булды. Ике төбәктең эшҡыуарҙары БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Билдәле булыуынса, Алтай крайы – фармацевтика продукцияһы, он һәм төрлө ярмалар килтереү буйынса Башҡортостан Респуб­ликаһының күптәнге партнеры. Был һөйләшеү иһә хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Алтай крайының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкиле, сауҙа-иҡтисади миссияларҙы ойоштороу буйынса координатор Ирина Воробьева әйтеүенсә, яңы өҫтөнлөклө тармаҡтарҙан – нефть базалары өсөн ҡорамалдар, һөт продукцияһы, медицина техникаһы, механик престар, башҡорт предприятиелары өсөн яғыулыҡ тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға